Күптән түгел Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы асылыуға 70 йыл тулды. Ошо билдәле датаға арнап, ағымдағы йылдың 15-16 март көндәрендә БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙғарыла.
Сара шағир исемен йөрөткән мемориаль йорт-музей асылыуҙың 70 йыллығына арнап үткәрелә. Конференция барышында Мәжит Ғафури ижадын һәм тормошон мәктәптә өйрәнеү темаһына түңәрәк өҫтәл уҙғарыла. Шағир исемен йөрөткән мемориаль йорт-музей республикалағы иң беренсе әҙәбиәт музейҙарынан һанала. Ул 1948 йылдың ғинуарында Мәжит Ғафури йәшәгән йортта асыла.