Бөгөн күренекле башҡорт композиторы, йәмәғәт эшмәкәре, СССР-ҙың Композиторҙар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуының 105 йыл тула. Күренекле композиторҙың тыуған көнөндә БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡасандыр композитор үҙ ғаиләһе менән йәшәгән йорт алдында иҫкә алыу сараһын ойошторҙо. Ленин урамындағы был йортта Рафиҡ Сәлмәновҡа таҡтаташ ҡуйылған.