Өфөлә билдәле башҡорт опера йырсыһы Әлфиә Кәримованың ижад кисәһе үтте

Өфөлә билдәле башҡорт опера йырсыһы Әлфиә Кәримованың ижад кисәһе үтте

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Кәримованың бенефисы уҙҙы. Опера йырсыһы ижади эшмәкәрлегенә 20 йыл тулыуҙы билдәләне. Сәхнәлә төрлө әҫәрҙәр яңғыраны.

Театрлаштырылған тамашала Асҡар Абдразаҡов, Санкт-Петербург ҡунағы Артем Крутько, Екатеринбургтан Михаил Мищенко (фортепиано), Илһам Вәлиев, Артур Ҡәйепҡолов, Илнур Хәйруллин һәм башҡалар ҡатнашты. Концертта музыка һөйөүселәр яратып тың­лаған опера, оперетта, мюзикл­дарҙан өҙөктәр, башҡа сығыштар яңғыраны.

Симфония оркестры, хор, театрҙың балет труппаһы ҡатнашҡан юғары сәнғәт кисәһе тамашасыларға онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb