Кисә, 3 декабрҙә, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында БР Милли әҙәби музейы йәш яҙыусы, журналист, БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ш. Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов менән әҙәби сәғәт үткәрҙе. Сара «Пушкин картаһы» программаһы сиктәрендә ойошторолдо.
Әҙәби сәғәт гимназияның ҡурайсылар ансамбле сығышынан һәм Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы директоры, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, С. Юлаев ордены кавалеры Гөлдәр Моратованың сәләмләүенән башланды.
Йәш яҙыусының сығышын гимназия уҡыусылары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Осрашыу барышында Айгиз Баймөхәмәтов үҫмерҙәрҙең ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле һорауҙарына яуап бирҙе.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, А. Баймөхәмәтовтың «Хыялға ҡаршы» повесы буйынса спектаклдә Ильяс Мөхәмәтов ролен башҡарған Артур Кәбиров балалар йортонда тәрбиәләнеүсе ролен башҡарғанда кисергән тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Шулай уҡ «Хыялға ҡаршы!» спектакленән «Капитан» йырын башҡарҙы.
Әҙәби сәғәттә квест-викторина, Айгиз Баймөхәмәтов әҫәрҙәре буйынса һүрәттәр конкурсы уҙғарылды. Еңеүселәргә авторҙан иҫтәлекле бүләктәр менән китаптар тапшырылды.