Өфөлә билдәле драматург Наил Ғәйетбайҙың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған театр декадаһы үтәсәк

Өфөлә билдәле драматург Наил Ғәйетбайҙың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған театр декадаһы үтәсәк

22-29 сентябрҙә Өфөлә билдәле драматург Наил Ғәйетбайҙың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған театр декадаһы үтәсәк. Унда республиканың барлыҡ театрҙары ҡатнаша. 

Өфө «Нур» татар театры сәхнәһендә сара 22 сентябрҙә «Иректең  дә сиге бар» драмаһы менән асыла. Спектаклдең режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илдар Вәлиев. Унан һуңғы көндәрҙә театр шул уҡ сәхнәлә ҡунаҡтарҙы ҡаршылай. 

23 сентябрҙә декадник сиктәрендә Туймазы дәүләт татар драма театры тамашасыларға «Ишекте асығыҙ!» музыкаль комедияһын тәҡдим итәсәк, ә 25 сентябрҙә А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры «Бартер» комедияһын тәҡдим итәсәк.

24 сентябрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Наил Ғәйетбаевтың «Ғашиҡтар көнө» музыкаль комедияһы күрһәтелә. 

27 сентябрҙә И.Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт театры сәхнәһендә театр-концерт берләшмәһе «Нисек кейәүгә сығырға?» спектаклен сәхнәләштерә. 

28 сентябрҙә Башҡорт драма театры сәхнәһендә Салауат башҡорт театры «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» спектаклен сәхнәләштерә. 

29 сентябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында Наил Ғәйетбайҙың юбилейына арналған театрлаштырылған тамаша ойошторола.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb