2 майҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Греция залында «Блокада көндәлеге» - Стәрлетамаҡ ҡалаһы Рус драма театрының Ленинград блокадаһына арналған үҙенсәлекле проекты тәҡдим ителә.
900 көн буйына аслыҡ, туңыу, бомба шартлауҙары кисергән кешеләр иманды һәм йәшәргә теләкте нисек һаҡлаған, нимә хаҡында уйлаған? Был - документаль спектакль, уға өс апаһы менән блокаданы кисергән Тася исемле ҡыҙҙың көндәлеге нигеҙ булған. Улар түҙгән, ата-әсәһенең юғалтыу ҡайғыһын кисергән һәм киләсәккә өмөтөн өҙмәгән.