Өфөлә бушлай экскурсияла ҡатнашырға була

Өфөлә бушлай экскурсияла ҡатнашырға була

29 июлдә Өфө буйлап профессионал гид менән бушлай экскурсиялар башлана. Башҡортостандың баш ҡалаһы бөтә донъяға билдәле артистар, шағирҙар, спортсыларҙы биргән. Земфира, Шевчук, Рудольф Нуриев йөрөгән урамдарҙан теләге булған һәр кем профессионал  гид менән бергә экурскурсияға сыға ала.

Экскурсиялар шаршамбы һәм йома көндәре 19:00 и 20:30 сәғәттәрҙә үтәсәк. Битлек кейеү һәм кешеләр араһында социаль арауыҡты һаҡлау мотлаҡ шарттар булып тора.

Осрашыу урыны – Ҡунаҡһарай алдындағы «TERRA BASHKIRIA» арт-объекты.

Экскурсияла ҡатнашыу өсөн сайт аша теркәлергә кәрәк. Экскурсия башланырға 3 сәғәт ҡалғас, теркәлеү мөмкинлеге сикләнә. Төркөмдә 12 кеше ҡатнаша ала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb