Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте үҙенең уҡыусыларына башҡорт һәм рус телдәрендә «Бәхет күле» тигән халыҡ әкиәттәренән торған йыйынтыҡ тәҡдим итә.
Йыйынтыҡҡа бик борондан быуындан быуынға түкмәй-сәсмәй тапшырылып килгән башҡорт халыҡ әкиәттәренең аҫыл өлгөләре тупланған. Кешелек яҙмышына ҡурҡыныс менән янаған яуыз көстәргә ҡаршы ил азатлығы һәм тыныслығы өсөн йәнен аямай көрәшкән батырҙар изгелекле, ғәйрәтле, ғәҙел булыуҙары менән һоҡланыу уята. Әкиәттәрҙә яманлыҡ ҡылыусы геройҙарҙы һәр ваҡыт изге йәндәр, көслөләр, зирәктәр еңеп сыға.
Йыйынтыҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығының Яңы йыл шыршыһына саҡырылған балаларға бүләк итеп тә әҙерләнгән.
Китапты нәшриәттең сайтында һәм магазиндарында, шулай уҡ OZON интернет-магазинында һатып алырға мөмкин.