Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале башланды

Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале башланды

Башҡортостан икенсе тапҡыр үткәрелгән Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале ҡатнашыусыларын ҡаршылай. Кисә, 25 октябрҙә  Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр конкурсы башланды. Башҡорт, яҡут, мари, лезгин сәсәндәре халыҡ ижады өлгөләрен һәм үҙ әҫәрҙәрен сәхнәгә алып сыҡты.

Фестивалгә Рәсәй төбәктәренән һәм төрки халыҡтар йәшәгән сит илдәрҙән 18 бәйгесе килгән. Сарала Башҡортостандан, Мари Иленән, Саха (Яҡут), Коми, Дағстан республикаларынан 50-нән ашыу конкурсант һынау тота. Баһалама ағзалары араһында донъяға билдәле манассы, фән докторы Талантаалы Бакчиев та бар.

 Беҙҙең республика данын сәсәндәр мәктәбе ағзалары һәм ҡобайыр, әйтеш, эпостарҙы иң оҫта һөйләүсе сәсәндәр яҡлай. Уларҙы жюри ағзалары социаль селтәрҙәрҙә үткән видеобәйге аша һайлап ала. Башҡортостан сәсәндәре мәктәптәре халыҡ һәм өлгөлө коллектив исемдәрен алыу өсөн дә һынау тотасаҡ.

Жюри ағзалары киске  сәғәт алтыға тиклем  бәйгеселәрҙең сығыштарын баһалай. Фестиваль төбәктең, Рәсәй һәм сит илдең ауыҙ тел ижады өлгөләрен башҡарыусылары араһында  бәйләнеш булдырыу йәһәтенән һәм 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаға әҙерләнеү маҡсатында үткәрелә.

Жюри комиссияһын күренекле милләттәшебеҙ, сәсәниә Розалия Солтангәрәева етәкләй. Башҡортостан сәсәндәре өсөн был фестиваль икеләтә һынау. Район-ҡалаларҙа эшләп килгән сәсән мәктәптәренә уларҙың сығыштары һөҙөмтәһе менән халыҡ һәм өлгөлө коллектив исемдәре тәғәйенләнәсәк.

Бөгөн, 26 октябрҙә Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле залында лауреаттар һәм еңеүселәр бөгөн билдәле буласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb