Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙғарыла

Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙғарыла

Ағымдағы йылдың 25-26 октябрь көндәрендә 2020 йылдағы Бөтә Рәсәй Фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә баш ҡалала  Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙғарыла.

Сәсәндәр фестивале ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында, «Рәсәй мәҙәниәте», «Рәсәй милләте берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше» федераль маҡсатлы программалары сиктәрендә һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына ойошторола.

Фестивалдә Башҡортостандан, Комиҙан, Дағстандан, Саха (Яҡут), Бүрәт, Мари Иле Республикаларынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәүҙән һәм Магнитогорскиҙан сәсәндәр ҡатнашыуы көтөлә.

Бәйге сиктәрендә милли атрибутика, ювелир тауарҙар, музыка ҡоралдары күргәҙмәһе ойоштороу күҙ уңында тотола.

Шулай уҡ республиканың ғалимдары, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең донъя эпостарын өйрәнеүсе фольклорсылары ҡатнашлығында «Асыҡ тирмә» исемле  интерактив шоу үтәсәк.

Сәсәндәр бәйгеһе Гала-концерт һәм фестивалдә ҡатнашыусыларҙы бүләкләү менән тантанаһы менән тамамланасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb