Иҫтәлекле таҡтаташ “Контр-адмирал Михаил Бакаев исемендәге Өфө ҡала балалар диңгеҙ үҙәге”ндә урынлаштырылды. Башҡортостан егеттәре – полицияның махсух отряды хеҙмәткәрҙәре Роберт Ситдиков һәм Станислав Вереденко төркөмө 1995 йылдың 22 апрелендә Гудермес янында ҡамауға эләгә. Улар һуғышмандарға ҡаршы тороп ҡаланы баҫып алыуға юл ҡуймай. Тигеҙ булмаған алышта 6 кеше һәләк була. Улар араһында республика вәкилдәре лә була. Яуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән офицерҙар үлгәндән һуң Батырлыҡ ордендары менән бүләкләнде. Өфө егеттәре Роберт Ситдиков менән Станислав Вереденко үҫмер сағында баш ҡалалағы балалар диңгеҙ үҙәгендә шөғөлләнгән. Шуға улар иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташты ошонда урынлаштырыу ҡарар ителде, тип хәбәр итәләр Республика буйынса Эске эштәр министрлығынан.