18 февралдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында "Далан" фольклор-эстрада төркөмөнөң концерты була. “Даланлы булһын ир-егет” исемле тамаша Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнала.
Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселегендәге төркөм быуаттар төпкөлөндә ҡалған батырҙар данын бөгөнгө көн сағылышында күрһәтә. Беҙҙең замандың, беҙҙең көрәштең даланлы ир-егеттәрен йырға һала.
"Тыуған илебеҙ көсөргәнешле мәлдәр кисерә, арыҫландай ир-егеттәребеҙ беҙҙең тыныслыҡты һәм бөтөнлөктө һаҡлау сигендә. Бөгөн ир-егеттәребеҙҙең рухлы, даланлы, илһөйәр һәм ҡаһарман булыуы зарур. Тап бына ошо хаҡта ла инде легендар “Далан” фольклор-эстрада төркөмөнөң яңы концерты", - тип белдерҙеләр Башҡорт дәүләт филармонияһында.
Концертта шулай уҡ тыуған йорт, атай нигеҙе, тыуған илгә булған һөйөү, тәүге мөхәббәт һәм тәбиғәткә мәҙхиә кеүек көслө затты биҙәр темалар ҙа ҡуҙғатыла. Бөтөн был хис-тойғолар тулы бер рухлы концерт тамашасылар күңеленә хуш килер.