Өфөлә Дамир Ишемғоловтың күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Дамир Ишемғоловтың күргәҙмәһе асылды

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музейында БР халыҡ рәссамы Дамир Ишемғоловтың күргәҙмәһе асылды. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған. Күргәҙмә эштәрендә рәссамдың 12 эше тупланған, уларҙың барыһында ла төп герой – ат.

Дамир Ишемғолов 1943 йылда Хәйбулла районы Кесе Әбеш ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһында махсус белем алған. 1994-2010 йылдарҙа ошонда уҡ сәнғәт бүлегендә уҡыта. 1984 йылдан алып республика, зона, Рәсәй, төбәк-ара, халыҡ-ара, сит ил күргәҙмәлерендә ҡатнаша.

Ижадсының әҫәрҙәре М.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт сәнғәт музейында, “Урал” халыҡ ижады галереяһында, Туймазы тарихи-крайҙы өйрәнеү музейында, Силәбе дәүләт һынлы сәнғәт музейында, Новосибирск дәүләт сәнғәт музейында, Марий Эл Республикаһы һынлы сәнғәт музейында, Екатеринбург ҡалаһының “Эстер” галереяһында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси тупланмаларҙа һаҡлана.

Дамир Ишемғолов - Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2014), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2001), 1993 йылдан Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы.

Күргәҙмә 2020 йылдың 31 июленә тиклем эшләйәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb