9 ноябрҙә “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһында Ейәнсура районы халҡының боронғо кәсептәргә ихтирамын, һаҡсыл ҡарашын сағылдырған ике күргәҙмә асылды.
“Халҡым минең – сикһеҙ хазина” тип аталған күргәҙмәлә Ейәнсура районы оҫталарының мамыҡтан һәм дебеттән бәйләнгән ҡул эштәрен күрергә мөмкин, ә икенсе залда Иҫәнғолдағы Сөләймән Абдуллин исемендәге Балалар художество мәктәбе уҡысылары һәм педагогтарының кейеҙҙән һәм туҡыманан яһалған сағыу эштәре ҡуйылған.
Күргәҙмәне Өфөгә Ейәнсура районы хакимиәте Советы секретары Марат Мөхәмәтов, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәрит Вәлиев, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре, “Сәсән” фольклор ансамбле ағзалары алып килгән.
“Күргәҙмәне Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ойошторҙоҡ. Ул Ейәнсура шәлен күрһәтер, уны башҡорт шәле булараҡ бренд итеүгә булышлыҡ итер мөһим сара булып тора”, – тине Фәрит Вәлиев.
Ейәнсуралар күргәҙмә ойошторорға ярҙам иткән өсөн Республика халыҡ ижады үҙәгенә, генераль директор урынбаҫары Нәфисә Тулыбаеваға, “Урал” галереяһының бүлек етәксеһе Кәримә Кайдаловаға рәхмәт белдерҙе.
Ейәнсура районының “Йырау” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Гөлсиә Татлыбаева тантаналы сараға килеүселәргә кәзә мамығын эшкәртеүҙең боронғо ысулын күрһәтте, шәл һәм үәлдәр тураһында ентекләп һөйләне. Күргәҙмәлә шулай уҡ семәрләп бәйләнгән күкрәксендәр, йылы бейәләҙәр һәм ойоҡбаштар ҡуйылған, уларҙы һатып алырға ла мөмкин.
"Бында районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан - Байыш, Ҡарғалы, Саҙалы, Сирғол, Иҫәнғолдан оҫталарҙың ҡул эштәре ҡуйылды. Шәл күргәҙмәләрендә әллә нисә йыл рәттән Гран-при алған Зөлфиә Бикбулатованың шәлдәре лә бар. Шуны билдәләргә кәрәк, Ейәнсура ҡатын-ҡыҙҙарының төп шөғөлө күп ғаиләләргә килем арттырыу сығанағы ла булып тора”, - тине Гөлсиә Татлыбаева.
Икенсе күргәҙмәләге Ейәнсура районы балалар художество мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең кейеҙгә эшләнгән картиналары, ҡорамаларға сигеп башҡарылған эштәре баҙыҡлығы, биҙәктәр, төҫтәр төрлөлөгө менән арбай. Йоҡа кейеҙҙән һуғылған кейем өлгөләре лә иғтибарҙы йәлеп итә.
Күргәҙмәләр 21 ноябргә тиклем эшләй.