Өфөлә "Дуҫлыҡ гөлләмәһе" фестиваленең Гала-концерты үтте

Өфөлә "Дуҫлыҡ гөлләмәһе" фестиваленең Гала-концерты үтте

Баш ҡаланың Конгресс хол бинаһында төрлө милләт халыҡтарын берләштергән хор, йыр, фольклор коллективтары, бейеү ансамблдәре, сәсәндәр мәктәбе, оркестрҙар, инструменталь ансамблдәр, цирк коллективтары ҡатнашлығында "Дуҫлыҡ гөлләмәһе" тип аталған фестивалдең Гала-концерты үтте.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйылғы ижади марафон 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек тә булып тора.

Республика үҙешмәкәр художество халыҡ коллективтарын ҙур сәхнәгә сығарырға булышлыҡ иткән фестивалдә ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта бара.

Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре 6 меңдән ашыу сығышты ҡарай, уларҙа 20 меңдән ашыу һәүәҫкәр артист ҡатнаша.

Тамашасы иғтибарына фойела халыҡ оҫталарының биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлгөләренән күргәҙмә тәҡдим ителде.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb