30 июлдә Өфөлә «Тылсымлы донъя» паркында («Ҡала советы» туҡталышы) «Игеҙәктәр фестивале» була. Фестиваль дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Был игеҙ, өс һәм хатта дүрт игеҙ балалар менән танышыу өсөн яҡшы мөмкинлек.
Ойоштороусылар ҡыҙыҡлы һәм онотолмаҫ байрам вәғәҙәләй. Ҡунаҡтарҙы мауыҡтырғыс программа, артистар ҡатнашлығында концерт һәм ҙур күбекле дискотека көтә.
Фестивалгә теләгән һәр кем саҡырыла.
Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.