Өфөлә “Елкән” йәш башҡарыусылар конкурсының гала-концерты уҙҙы

Өфөлә “Елкән” йәш башҡарыусылар конкурсының гала-концерты уҙҙы

“Елкән" башҡорт классик музыкаһын башҡарыусы балаларҙың икенсе телевизион конкурсы еңеүселәре билдәләнде. "Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы үткәрелгән сараны республиканың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ойошторҙо. Конкурс "Башҡортостан" дәүләт концерт залында гала-концерт менән тамамланды. 12 финалсы Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры оҙатыуында башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡарҙы.

Оркестрҙың баш дирижеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Дмитрий Крюков. Гала-концертта конкурстың тәүге еңеүселәре лә ҡатнашты.

Йәш конкурсанттарҙы Башҡортостан Башлығы исеменән мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡотланы.

- Конкурсҡа үткән 44 баланың барыһы ла еңеүсе, ә бөгөн был сәхнәлә сығыш яһаған 12 бала өсөн был уларҙың ижади тормошонда ҙур еңеү. Барығыҙға ла уңыштар һәм артабанғы еңеүҙәр теләйем,- тине министр.

“Елкән”дә ҡатнашырға 186 ғариза бирелгән, шуларҙың 44-е һайлау аша үтеп, 12-һе финалға сыҡҡан. Балаларҙың сығышын мәртәбәле баһалама ағзалары – республикала һәм унан ситтә билдәле булған музыканттар, педагогтар ҡараны.

“Елкән”дең төп бүләге – Гран-приға йәш пианист Самира Әлиуллина лайыҡ булды. Ул Урта махсус музыка колледжында билдәле педагог Валентина Стариковала уҡый. Самира З.Исмәғилевтең “Фортепиано менән оркестр өсөн концерт”ын башҡарҙы.

- "Елкән" башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың телевизион конкурсын башлағанда, башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренә яңы һулыш бирергә, тигән маҡсат ҡуйҙыҡ, — ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Икенсе ярыш һөҙөмтәләрен йомғаҡлап, беҙ маҡсатҡа өлгәштек тип намыҫ менән әйтә алабыҙ. Композиторҙарыбыҙҙың әҫәрҙәре Башҡортостан тарихындағы мөһим ваҡиғаларҙы, халҡыбыҙҙың милли рухын һәм донъяға ҡарашын сағылдыра. Балалар тыуған музыка аша тарихты киләсәккә алып барыусы ваҡыт елкәне булһын!

                                                                                  

Өфөлә “Елкән” йәш башҡарыусылар конкурсының гала-концерты уҙҙы
Өфөлә “Елкән” йәш башҡарыусылар конкурсының гала-концерты уҙҙы
Өфөлә “Елкән” йәш башҡарыусылар конкурсының гала-концерты уҙҙы
Өфөлә “Елкән” йәш башҡарыусылар конкурсының гала-концерты уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb