Өфөлә “Ер һүҙе” кинофорумының республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Өфөлә  “Ер һүҙе” кинофорумының республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Барлығы 15 эш авторы финалға үткән. Улар Булат Йосоповтың Киномәктәбендә режиссерлыҡ нигеҙҙәре буйынса курстарҙа ҡатнашасаҡ. Ойоштороусыларҙың һәм “Башҡортостан” киностудияһының ярҙамы менән ҡыҫҡа метражлы кинотаҫмалар төшөрөү тормошҡа ашырыласаҡ. Был эштәрҙе экранда 12 – 14 апрелендә күрә аласаҡбыҙ. Еңеүселәр араһында “Бүреләр” рок-төркөмө лидеры Илшат Абдуллин бар. Йырсы “Минең телем үлмәйәсәк” тигән клип эшләргә планлаштыра. Ә Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров “Футбол уйын ғына түгел” атамалы документаль проекты менән еңеүселәр исемлегенә инде. “Ер һүҙе” форумы сиктәрендә Рәсәй һәм сит илдәр ижади коллективтарының фильмдары премьераһын күрһәтеү ҙә планлаштырыла.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb