Өфө ҡалаһының ВДНХ-ЭКСПО комплексында асылған ««Етәксе ҡатын-ҡыҙ йөҙө» исемле фотокүргәҙмә - сағыу һәм ҡыҙыҡлы проекттарһың береһелер, моғайын.
Күргәҙмәлә власть органдарында эшләүсе министрҙар,төбәк идара ойошмаларын етәкләүселәр, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һәм ҡала советы депутаттары, сәйәсмән ҡатын-ҡыҙҙарҙың портреттары ҡуйылған.
Фотоһүрәттәрҙә: Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова , Рузалия Хисмәтуллина, Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Рима Үтәшева, «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре директоры Зөһрә Исмәғилева, Өфө ҡала Советы депутаты, «Бөтә Өфө» телекомпанияһы директоры Алина Сөләймәнова, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Проект авторы Ләйсән Мортазинаның объективы нәзәкәтле, хисле һәм көслө ихтыярлы була алған ҡатын-ҡыҙҙарҙы һынландырған. Ижадсы киләсәктә арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙан торған йөҙләгән шәхесте сағылдырған галерея ла асырға ниәтләнә.
Фотокүргәҙмә йыл аҙағына тиклем барасаҡ.