Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә «Симфоник төн-2018» сараһы уҙғарыла

Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә «Симфоник төн-2018» сараһы уҙғарыла

Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Өфө амфитеатрында open air концерты 10 июндә була, ул киске сәғәт 8-ҙә башлана. Сара «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 50 йыллығына «Alma Mater бағышламаһы» программаһы менән үтә.

Концертҡа республиканың күренекле артистары – институт уҡытыусылары, уны тамамлағандар һәм студенттар: Иҙрис Ғәзиев, Вәхит Хызыров, Илһам Вәлиев, Артур Ҡәйепҡолов, Алена Завьялова, Регина Звегинцева, Лилиә Халиҡова, скрипкасылар Илшат Мөслимов һәм Сынғыҙ Ханнанов, ҡурайсы Артур Ғайсаров, баянсылар Руслан Рахманғолов һәм Дмитрий Анисимов, флейтасылар Инна Фоменко һәм Андрей Позяк, думбырасы Ирина Куравина, «Премьер» йыр төркөмө һәм башҡалар саҡырылған.

Тамашасыға вуздың ижади коллективтары: Башҡортостан Республикаһының Йәштәр симфоник оркестры (художество етәксеһе һәм дирижеры Линар Дәүләтбаев), Йәштәр рус халыҡ музыка ҡоралдары оркестры (художество етәксеһе һәм дирижеры Оксана Буланкина), башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестры (коллектив етәкселәре Линар Дәүләтбаев һәм Гүзәл Бигаева), Өфө дәүләт сәнғәт институты хоры (художество етәксеһе һәм дирижеры Алһыу Хәсбиуллина) тәҡдим ителә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb