Өфөлә Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре Форумы сиктәрендә 2023 йылдың 26-28 июнендә “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтте. Башҡортостандың баш ҡалаһында open-air форматында уҙғарылған был мультимәҙәни форумдың ете йыллыҡ тарихы бар. Шул уҡ ваҡытта Уның Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә аналогы юҡ ул илдең иң яҡшы ун фестивале исемлегенә инә.
Һуңғы көн “Торатау” конгресс-холы амфитеатрында Башҡортостан Республикаһының милли симфоник оркестры сығыш яһаны. З.Исмәғилевтың “Салауат” поэмаһы, А. Бородиндың “Кенәз Игорь” операһынан “Половецкие пляски” поэмаһы, С. Рахманиновтың 2-се симфонияһының III өлөшө, А. Маркестың 2-се “Дансон”поэмаһы яңғырай. Программаны Х.Әхмәтов – Д. Крюковтың “Урал батыр” симфоник картинаһы яба.
Һуңынан күп меңлек аудиторияны төрлө стилдәрҙә композициялар башҡарған аккордеонист-виртуоз Петр Дранг сығышы менән ҡыуандырҙы. Тамашасылар менән айырылышҡанда ул: “Бөгөнгө көндө мин юҡҡа ғына йәшәмәнем – Һеҙҙең йөҙҙәрегеҙҙе күрҙем, Өфө ҡалаһының ҡәҙерле тамашасыларым”, - тип һөйөүен белдерҙе.
“Евразия йөрәге” фестиваленең финалы булып “Рәсәй-Мәҙәниәт” телеканалының “Ҙур опера” проектының гала-концерты тора, унда еңеүселәр һәм проекттың иң сағыу ҡатнашыусылары сығыш яһаны. Донъя опера сәхнәһе йондоҙо Вероника Джиоеваның сығышы ҙур мәртәбә өҫтәне. Өфөләр һәм ҡала ҡунаҡтары шулай уҡ 2017 йылда “Ҙур опера” проекты еңеүсеһе, Венгрия операһы солистары Полина Шамаева, Владимир Дмитрук (Беларусь), Рәмиз Усманов (Үзбәкстан) һәм башҡаларҙың оҫталығынан ҡәнәғәт ҡалды.
“Евразия йөрәге” фестивален тамамлау программаһын билдәле Рәсәй кино актеры Дмитрий Харатьян һәм Полина Шамаева алып барҙы.