Өфөлә Евразия китапханаһы барлыҡҡа киләсәк

Өфөлә Евразия китапханаһы барлыҡҡа киләсәк

Уның проекты менән Радий Хәбиров баш ҡалала барған «Арт-Ҡоролтай» форумында таныштырҙы. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был мәғрифәтселек үҙәге ижади йәштәр, аң-белемгә ынтылған кешеләр йыйылыу өсөн үтә лә әһәмиәтле урын буласаҡ.

Китапхананы Башҡортостанға килеүсе ҡунаҡтар Өфөгә ингән ерҙә Салауат Юлаев һәйкәле менән бер рәттә күрәсәк. Проект ҙур бер тирмә рәүешендә төҙөләсәк. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Евразия китапханаһы әҙәбиәт менән танышыу ғына түгел, ә күп функциялы учреждение булырға тейеш.

Республика башлығы китапхананың амбассадорҙарын да билдәләне. Өфөнөң 450 йыллығына арнап төҙөлгән объекттарҙың барыһының да вәкилдәре булырға тейеш. Китапхананың амбассадорҙары итеп Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов һәм Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев тәғәйенләнде.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb