Өфөлә "Эҙләнем, бәғерем, һине" спектакленең премьераһы үтте

Өфөлә "Эҙләнем, бәғерем, һине" спектакленең премьераһы үтте

8 һәм 9 декабрь көндәре Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй сәхнәһендә Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса "Эҙләнем, бәғерем, һине" спектакленең премьераһы үтте. Мелодрама Туфан Минуллин пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән. Ҡуйыусы режиссеры - Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов. Рәссамы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Нестеров. Әлмәттән килгән яҡтыртыусы-рәссам Илшат Саяхов сәхнәне ут менән биҙәне, бейетеүсе Ольга Даукаева пластик хәрәкәттәр өҫтәндә эшләне.

Ролдәрҙә: Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Гөлмирә Исмәғилева, Артур Кәбиров, Фирғәт Ғарипов.

Киләһе премьра спектакле 24 декабргә тәғәйенләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb