22 июндә, Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, Башҡортостан Республикаһының Милли музейында "Еңеү һалдаттары" фотокүргәҙмәһе асылды. Авторы - БР Республика халыҡ ижады үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Рәмил Нафиҡов.
Фотокүргәҙмәне асыу тантанаһында Мәҙәниәт министрлығының гуманитар эҙләнеүҙәр институты етәксеһе Марат Мәрҙәнов, “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең Башҡортостан буйынса бүлексәһе рәйесе Владимир Волков, тыуған яҡты өйрәнеүсе, уҡытыусы Артур Латипов ҡатнашты.
Фотокүргәҙмә Еңеүҙе яҡынайтыусы яугирҙәр, архивта һаҡланған фотолар, документтар, Еңеү байрамы парадында эшләнгән кадрҙарҙан тора. Ветерандарҙың бөгөнгө тормошон сағылдырған фотолар ҙа күргәҙмәгә айырым бер кәйеф өҫтәй.