Бөгөн Башҡортостандың Милли музейында «Федор Шаляпин. Бөйөк дебюттың тарихы» тигән күргәҙмә асылды. Экспозиция күренекле йырсының тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған һәм Федор Ивановичтың XIX быуат аҙағында Өфөлә ижад иткән осоро хаҡында һөйләй.
- Бөйөк йырсының исеме ҡалабыҙ менән бәйле булыуы Өфө өсөн ҙур мәртәбә. Беҙ бының менән ғорурланырға һәм уның бай музыкаль мираҫын һаҡларға тейешбеҙ. Бөгөн, был уникаль күргәҙмәне асып, юбилей йылы дауамында үтәсәк сараларға старт бирәбеҙ. Барлыҡ өфөлөләрҙе, ҡала ҡунаҡтарын һәм, тәү сиратта, йәш быуынды Башҡортостан Республикаһының Милли музейындағы күргәҙмәгә саҡырам, - тине Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина.
Тап Өфөлә талантлы йырсының ижади карьераһы башланған. Артист Өфөлә йәшәгән мәлдәрен һәр саҡ йылы хистәр менән иҫкә алған.
- Федор Иванович бик рәхмәтле кеше булған, хатта бар донъяла билдәлелек яулағандан һуң да ул беҙҙең ҡаланы һәм үҙенең бөйөк дебютына шаһит булған өфөлөләрҙе хәтерләр булған. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә был хаҡта онотмайыҡ һәм ошо хәтерҙе быуындан быуынға тапшырайыҡ. Күргәҙмәнең нәҡ бөгөн, йырсының тыуған көнөндә асылыуына бик шатбыҙ. Бында Өфө Шаляпин үҙәгенең коллекцияһы тәҡдим ителгән, ул Өфөлә асыласаҡ Федор Иванович Шаляпин исемендәге музейға нигеҙ булып торасаҡ, - тип билдәләне «Шаляпин Өфөлә» музей проекты етәксеһе, Төбәк-ара Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе мөхәррире һәм дизайнеры Анастасия Баранова.
«Федор Шаляпин. Бөйөк дебют тарихы» фотоальбомы менән 2023 йылдың 20 мартына тиклем танышырға мөмкин.