Өфөлә Фёдор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған «Дебют» асыҡ ҡала йәш вокалсылар конкурсы уҙа

Өфөлә Фёдор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған «Дебют» асыҡ ҡала йәш вокалсылар конкурсы уҙа

2023 йылдың 27-29 апрелендә Өфөлә Фёдор Шаляпиндың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған «Дебют» асыҡ ҡала йәш вокалсылар конкурсы үтәсәк. Сарала ҡатнашыусыларҙың сығыштарына Рәсәйҙең халыҡ артисы, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы доценты Людмила Иванова етәкселегендәге абруйлы жюри баһа бирәсәк.

Конкурс вокал сәнғәте өлкәһендә һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, академик йырлау мәҙәниәтен таратыу, балаларҙы классик репертуар менән таныштырыу, балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәренең, һөнәри белем биреү йорттарының иң яҡшы уҡытыусыларын һәм концертмейстерҙарын, мәктәпкәсә балалар учреждениеларының музыкаль етәкселәрен асыҡлау маҡсатында уҙғарыла.

Конкурста 5 йәштән 17 йәшкәсә йырсылар ҡатнаша. Улар рус, сит ил йәки совет композиторы-классик әҫәрен һәм халыҡ йырын башҡарасаҡ. Өлкән йәштәгеләр шулай уҡ совет осоро композиторы (И. Дунаевский, Т. Хренников, Б. Мокроусов, К. Листов, А. Пахмутов, М. Таривердиев, Е. Крылтов) йәки Фёдор Шаляпиндың репертуарынан әҫәр тәҡдим итә. Фонограммалар булмай.

Тыңлауҙар Н.Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә уҙа (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 18).

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb