Өфөлә Фәрит Әхмәҙиевтың “Яҙмыштың иркә балаһы” исемле китабының исем туйы үтә

Өфөлә Фәрит Әхмәҙиевтың “Яҙмыштың иркә балаһы” исемле китабының исем туйы үтә

Бөгөн, 25 октябрҙә Өфөлә Фәрит Әхмәҙиевтең “Яҙмыштың иркә балаһы” тигән китабының исем туйы уҙғарыла. Әҙип менән осрашыуҙы Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ойоштора. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә Октябрь проспекты, 9 адресы буйынса ҡаланың 4-се модель китапханаһында башлана.

Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара әҙәбиәт конкурстары лауреаты булған әҙәбиәтсенең был йыйынтығына уның шиғырҙары, пьесалары, тәржемәләре, кино сценарийҙары, проза әҫәрҙәре ингән.

Фәрит Әхмәҙиев әҙәби әҫәрҙәрҙе башҡорт теленән рус теленә тәржемәләүсе булараҡ та билдәле. Ул Ғайса Хөсәйенов, Динис Бүләков, Флүр Ғәлимов, Вафа Әхмәҙиев, Мирас Иҙелбаев, Тимерғәле Килмөхәмәтов әҫәрҙәрен тәржемә итә.

Ф. Әхмәҙиев робағиҙар, пьесалар һәм повестар авторы ла. Журналист этикаһы һәм һүҙ азатлығы буйынса ике монография һәм 30 фәнни баҫма авторы. 2015 йылда «99 робағи» исемле поэтик йыйынтығын нәшер итә. «Бөйөк Еңеү шағирҙары» II Бөтә Рәсәй әҙәби конкурс лауреаты.

Юғары художестволы оҫталығы өсөн «Золотое перо Руси — 2016» халыҡ-ара конкурсы еңеүсеһе була. 2016 йылда «Амазонкалар» пьесаһы «Рәсәйҙең иң яҡшы заманса бер актлы пьесалары йыйынтығы»на инә.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb