Өфөлә гастролдәр менән гвардия ғәскәрҙәренең йыр һәм бейеү академия ансамбле

Өфөлә гастролдәр менән гвардия ғәскәрҙәренең йыр һәм бейеү академия ансамбле

Эске ғәскәрҙәрҙең генерал-мойоры Виктор Елисеев етәкселегендәге оркестр Рәсәй буйлап гастролдәрен Башҡортостанда башланы. Баш ҡала тамашасыһына билдәле ансамбль рухлы йыр-бейеү менән бергә заманса композициялар ҙа алып килгән. Мәскәү ҡунаҡтары менән бер сәхнәлә Өфө артистары ла сығыш яһаны.

Милли гвардия ғәскәрҙәренең йыр һәм бейеү ансамбле 1973 йылда ойошторолған. Ошо ваҡыт эсендә коллективтың исеме, етәкселеге, составы ла күп тапҡырҙар алмашына, әммә миссия үҙгәрешһеҙ ҡала. Халыҡҡа рух, илһөйәрлек тойғоһо, дәрт өләшеү, киләсәк быуында патриотизм тәрбиәләү. Ойошторолған ваҡытынан алып ансамбль 39 концерт программаһы әҙерләп 8 меңдән ашыу тамаша ҡуйған. Был юлы программала хәрби йырҙар менән бергә заманса композициялар ҙа тәҡдим ителде.

Хәрби оркестр менән бергә билдәле яҡташтарбыҙ ҙа сығыш яһаны. Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдраҙаҡовтың тауышы хәрбиҙәрҙең ҡаты күңелен иретә алды. Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре асамбле һәм “Мираҫ” коллективы бейеүҙәре оркестрҙың концерт программаһын тағы ла йәнләне.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb