Өфөлә Гүзәл Яхина менән осрашыу үтте

Өфөлә Гүзәл Яхина менән осрашыу үтте

3 декабрь көнө, «Башинформ» агентлығының конференциялар залында «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы авторы, «Большая книга» һәм «Ясная Поляна» милли премиялары лауреаты билдәле яҙыусы Гүзәл Яхина менән матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Гүзәл Яхинаның “ Зөләйха күҙҙәрен аса» романы китап яратыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан әҫәрҙәрҙең береһе.
Кеше ҡайһы ваҡытта үҙенең ниндәй тарлыҡта, меҫкенлектә йәшәгәнен белмәй ҙә. Ҡайһы саҡ яҙмыш ауырлыҡтар менән бер рәттән яңы тормош, мәхәббәт тә бүләк итә. Бәхетһеҙлек бәхет тә килтерергә мөмкин, фекерен еткерергә теләнем, тип яҙа автор Гүзәл Яхина. «Зөләйха күҙҙәрен аса» (“Зулейха открывает глаза”) 2015 йылда рус телендә һәм 2016 йылда татар телендә нәшер ителгән роман. Әҫәрҙә 1930 йылғы репрессиялар тураһында һүҙ бара. Әҫәрҙә Зөләйханың һәм ул осорҙағы сәйәси золом ҡорбандарының һөргәндәге кисерештәре һәм иҫән ҡалыу өсөн көндәлек көрәше һурәтләнә. Ваҡиғалар 1930 йылда Юлбаш тигән ауылда башланып китә һәм Себерҙә дауам итә.
Шулай уҡ Гүзәл Яхина менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала китап уҡыусылар менән осрашыу ойошторолдо. Гүзәл Яхина режиссер Айрат Абушахманов һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры артистары менән дә осрашты. Уҡыусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы буйынса М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында спектакль сәхнәләштереү күҙаллана. «Зөләйха күҙҙәрен аса» романының премьераһы Башҡорт драма театрында үтәсәгенә шатмын, —тине романдың авторы Гүзәл Яхина. Г. Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb