21 февралдә бөтә донъя Халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләй. Ул 1999 йылда ЮНЕСКО Генераль конференцияһының 30-сы сессияһы ҡарары менән булдырылды һәм йыл һайын билдәләнә.
Башҡортостанда бөгөн 150-нән ашыу милләт татыу көн итә, уларға үҙ телен, йолаларын һаҡлау өсөн бөтә шарттар булдырылған. Милли-мәҙәни үҙәктәр эшләп килә. Мәктәптәрҙә уҡытыу алты телдә алып барыла, 14 тел предмет булараҡ өйрәнелә. 6 телдә гәзит-журналдар нәшер ителә.
Өфөлә был көнгә ҡарата Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының кесе залында ҙур тамаша үтте. Сараны БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто ойошторҙо.