Өфөлә Хашим Мостаевҡа арналған “Ғүмерлек бейеү” концерты үтте

Өфөлә  Хашим Мостаевҡа арналған “Ғүмерлек бейеү” концерты үтте

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә мәшһүр балетмейстер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Хашим Мостаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең “Ғүмерлек бейеү” концертында булды.
Фәйзи  Ғәскәров исемендәге  халыҡ бейеүҙәре ансамбле 2018 йылды  Хашим  Мостаев юбилейына арнап уҙғара.
Был программаны республика һәм  башҡа  төбәктәрҙәге тамашасылар күрә ала. Коллектив  Хашим  Мостаев  ҡуйған  "Ирәндек", "Азамат", "Француз яулығы", "Бөрйән ҡыҙҙары" һәм башҡа  бейеүҙәр менән сығыш яһай. Беҙҙең архивта танылған хореограф Хашим Мостаевтың ижадына арналған байтаҡ тапшырыуҙар һаҡлана. Ул тормош асылын бейеүҙә күргән, бөтә ғүмерен сәхнәгә арнаған артист, педагог һәм остаз. 

Юбилей  уңайынан йомғаҡлау тамашалары 7 һәм 8 декабргә  тәғәйенләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb