Өфөлә Хәбир Ғәлимовҡа арнап нәшер ителгән баҫманың презентацияһы үтә

Өфөлә Хәбир Ғәлимовҡа арнап  нәшер ителгән баҫманың презентацияһы үтә

Бөгөн, 28 майҙа Башҡор дәүләт опера һәм балет театрында билдәле опера һәм эстрада йырсыһы Хәбир Ғәлимовҡа арнап китап нәшер ителгән китаптың исем туйы үтәсәк.

Хәбир Ғәлимов-Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһын тамамлаған тәүге башҡорт йырсыһы. 1938 йылдың декабренән алып сәхнәлә сығыш яһай. 1954 йылда "Салауат Юлаев" операһы премьераһында төп роль - Салауатты уйнай. Хәбир Ғәлимов "Былбылым", "Урал", "Буранбай" кеүек 150-нән ашыу башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара.

Хәбир Латип улы Ғәлимов 1905 йылдың 5 февралендә Салауат районы Лағыр ауылында тыуған. Үҫмер сағынан баҫыуҙарҙа иген игә, көтөүсе булып эшләй, йылғаларҙа ҡыуғын ҡыуа.

1924 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына, хәрби хеҙмәтен Өфө ҡалаһында үтә. Ял ваҡыттарында казарма яңғыратып башҡортса йырлауын Низам Ҡәрип ишетеп ҡала һәм ауыл егетен русса яҙырға, уҡырға өйрәтә, йырсылар араһына инергә юл аса. Әрме хеҙмәте уның яҙмышында ҡырҡа боролош яһай: Ҡыҙыл Армияның Өфө йортонда (хәҙерге Офицерҙар йорто) музыкаль етәксе булып эшләгән композитор-драматург Хәбибулла Ибраһимов үҙенең янына саҡыртып ала, йыр сәнғәтенең серҙәрен асырға ярҙамлаша, Башҡортостан радиоһына сығара. Үҙенсәлекле тауышы менән күптәрҙең күңелен арбаған йәш йырсы әрме хеҙмәтен тултырмай — театр техникумы етәкселеге уны хәрби хеҙмәттән ҡайтартып, студент итеп ҡабул итә. 1932 йылда ул Башҡортостан сәнғәт техникумын тамамлай.

Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың концертында ҡатнашыуы ла артабанғы юлын билдәләй — Мәскәү дәүләт консерваторияһында Башҡорт милли студияһын асыуҙы юллаған Ғәзиз Әлмөхәмәтов туплаған төркөм менән бер рәттән Хәбир Ғәлимов Мәскәүгә уҡырға китә һәм 1938 йылда Мәскәү консерваторияһының Башҡорт бүлегендә Н. И. Сперанскийҙың йыр класын тамамлай.

1938 йылдың 14 декабре — Мәскәү консерваторияһын тамамлап ҡайтҡан студенттар диплом спектаклен сәхнәгә сығара. Д. Паизиеллоның «Һылыу тирмәнсе ҡыҙ» операһында төп ролдә — барон — Хәбир Ғәлимов. Артабан опера һәм балет театрында ҡуйылған барлыҡ операларҙа ла ул төп ролдәрҙе башҡара. 17 йыл буйына театрҙың беренсе теноры булып ҡала. Мәсәлим Вәлиевтың «Һаҡмар» беренсе милли операһында ул Юлай партияһын башҡара. Артабан инде Эйхенвальдтың «Мәргән» операһында, Чемберджиҙың «Ҡарлуғас»ында, Заимов һәм Спадавеккианың "Аҡбуҙат"ында, Мортазиндың «Азат»ында йырлай. Әзербайжан клмпозиторы Гаджибековтың «Аршын мал алған» музыкаль комедияһында төп геройы Аскер ролен һоҡланғыс итеп башҡарыуға өлгәшә.

1941—1945 йылдар — Хәбир Ғәлимов танылған йырсы булараҡ, халыҡтың рухын күтәреүгә үҙ өлөшөн индерә. Концерттар менән хәрби частарҙа, госпиталдәрҙә, фронттың алғы һыҙығында ла булырға тура килә билдәле йырсыға. Һуғыштан һуңғы тыныс тормошта иһә ул республика буйлап гастролдәрҙә йөрөй, һәр тармаҡ эшселәре алдында сығыш яһап, уларға дәрт, рух өҫтәй. Көндөҙөн ялан-ҡырҙарҙы иңләп осҡан, йырсы ҡоштарҙы тынып ҡалырға мәжбүр иткән моң кискеһен инде клуб эсен тултырып, тышҡа урғый. «Тауыш — минең хеҙмәт ҡоралым. Мин халыҡҡа сәнғәт аша хеҙмәт итәм. Ә сәнғәт — халыҡтыҡы. Шулай булғас, минең тауышым да халыҡтыҡы ул», — тип ул, ысынлап та, халҡына моңо менән хеҙмәт итә.

1955 йыл — Башҡорт дәүләт филармонияһына күсә. Шул уҡ йылда Мәскәүҙә Башҡорт сәнғәте декадаһында беренсе тапҡыр Салауат Юлаев ролен Хәбир Ғәлимов башҡара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb