Өфөлә Владимир Спиваков исемендәге Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы еңеүселәре билдәле булды. Тәүге тапҡыр ойошторолған сарала Швециянан 15 йәшлек Даниэль Лозакович еңеп сыҡты. Ул 19-сы быуаттағы скрипка оҫтаһы Карло Джузеппе Оддоне яһаған музыка ҡоралы менән бүләкләнде, скрипканы 100 мең евроға һатып алғандар. Икенсе урынды Венгриянан Агнеш Лангер һәм Япониянан Маи Судзуки бүлеште. Өсөнсө урынға Рәсәй вәкиле Леонид Железный лайыҡ булды. «Тамашасылар һөйөүе» номинацияһы еңеүсеһе тип беҙҙең Өфө ҡыҙы Анастасия Мамяшева аталды. Уларҙың барыһы ла билдәле оҫталар яһаған ҡиммәтле скрипкалар менән бүләкләнде. Тәбрикләү тантанаһы һәм Гала-концерт "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтте. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов тантанала I Халыҡ-ара скрипкасылар бәйгеһен юғары кимәлдә үтеүен билдәләне һәм тағы шундай уҡ сараның 2018 йылда үткәрергә тәҡдим итте.