Мәғлүм булыуынса, 26 октябрҙә Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» III Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивален асыу тантанаһы булып уҙҙы. Фестиваль сиктәрендә кинофильдар күрһәтеү, гала-концерттар, матбуғат конференциялары уҙғарыу ҡаралған.
Бөгөн “Дебютанттарҙың икенсе башҡорт питчингы” үтә. Нимә һуң ул питчинг? Питчинг-инвесторҙар табыу маҡсатында кинопроекттар презентациялау.
Питчингты ойоштороусылар: Рәсәй һәм Башҡортостан Союз кинематографистарының Йәштәр үҙәге, “Башҡортостан” киностудияһы.
Питчингта кино сәнғәте өлкәһе белгестәре тарафынан асыҡ лекциялар уҡыласаҡ.Ойоштороусылар йәш кино таланттарын асыҡлауҙы ла төп маҡсат булараҡ билдәләп үтте.
Пинчингтың төп маҡсаты: региондарҙа кинематография өлкәһен үҫтереү, яңы исемдәр асыу, милли кино үҫеше өсөн идеялар табыу.
“Ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм” категорияһына ғаризалар 1 сентябргә тиклем ҡабул ителгәйне.
Сараның приз фонды: 1 урын-50 000 һум, 2 урын-30 000 һум, 3 урын- 20 000 һум. Сертификаттар маҡсатлы йүнәлештә “Башҡортостан” киностудияһының ҡоролмаларын арендалауға тотоноласаҡ.
«Икенсе башҡорт питчингының дебютанттары:
«Дом» Лилиә Йәнтилина, «7 девушек» Камил Далгыч, «Мин соломан» Наҙгөл Солтанова, «Кладбище неизвестных» Константин Анисимов, «Айназ» Динара Әбдрәшитова, «Сон» Рузил Нәсибуллин, «Путешествие выходного дня» Анна Красавина, «Ты слышишь» Резеда Хафизова, «Хан» Роберт Ишбулатов, «Нашатырь» и «Сахарная вата» Ангиза Ишбулдина, «Подлетая к солнцу» и «Твоя соседка» Ренат Фаттахов, «Reflection» и «Искусство живо пока есть зритель» Алина Ниғмәтуллина.
Еңеүселәр иртәгә- 28 октябрь көнө билдәле буласаҡ.
Гүзәл Багаева