Өфөлә Илдар Абдразаҡов оҫталыҡ дәрестәре бирҙе

Өфөлә Илдар Абдразаҡов оҫталыҡ дәрестәре бирҙе

Заһир  Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында билдәле опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов оҫталыҡ дәресе бирҙе. Йәш йырсылар, педагогтар һәм мәҙәни йәмәғәтселек вәкилдәре өсөн ҡабатланмаҫ осрашыу ойошторҙо йырсы.

Өфө сәнғәт институтының махсус комиссияһы асыҡ дәрестә ҡатнашыусылар менән таныштырҙы. Улар – яңғыҙ йырлау кафедраһы студенттары Дамир Таипов, Рим Рәхимов, Салауат Кейекбаев, Илья Морозов, Артур Хисамов, Сергей Еромченко.

Йырсы студенттарҙың һәр береһе менән иғтибарлы эшләне, уларҙың тауыштарын маҡтаны. Илдар Абдразаҡов әйтеүенсә, оҫталыҡ дәресендә ҡатнашҡан студенттарҙың береһе уның I Музыка фестиваленең гала-концертында ҡатнаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb