Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 19 ғинуарҙа актер, драматург һәм педагог Илшат Йомағоловтың тыуыуына – 85 йыл тулыуға арналған ижади хәтер кисәһе үтәсәк.
“Һәр көн иртә ҡояш сыға... ҺИҢӘ ЛӘ... Һәр көн иртә елдәр иҫә...“ тип аталған кисә Илшат Хәлил улының тормош һәм ижад юлына бағышлана. Сарала М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Салауат башҡорт драма театры, Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе ҡатнашасаҡ. Ике бүлектән ҡуйылған ижади хәтер кисәһендә Илшат Йомағолов яҙған драма әҫәрҙәренән өҙөктәр уйналасаҡ һәм “Башватҡыс” фильмы күрһәтеләсәк (“Башҡортостан” киностудияһы, реж.- А.Йомағолов).
Илшат Хәлил улы Йомағоловтың башҡорт милли сәнғәтен, драматургияһын үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Күңелен, рухи донъяһын сәхнә тормошона арнап, сәнғәт күгендә сағыу шәхес булып танылған драматург һәм актер Илшат Йомағолов үткер ҡәләме аша ла, башҡарған ролдәре менән дә башҡорт драматургияһын һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән.
Илшат Йомағолов Көйөргәҙе районының Тимербай ауылында донъяға килә. Башҡорт дәүләт художество-театр училищеһын тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан Мәскәүҙәге дәүләт театр сәнғәте институтына уҡырға инә. Артабан туған театрына ҡайтып, яңы һулыш, көс-дәрт менән йәнә сәхнә тормошона сума. Уның киң билдәле ролдәре: Макбет (У.Шекспирҙың шул уҡ исемле трагедияһы), Прометей (М.Кәрим, “Ташлама утты, Прометей!”), Никита («Власть тьмы», Л. Н. Толстой), Протасов («Живой труп», Л. Н. Толстой), Треплев («Чайка», А. П. Чехов), Иванов («Иванов», А. П. Чехов), Закир («Ҡара йөҙҙәр», М.Ғафури), Аҡъегет («Ай тотолған төндә», М. Карим) һ.б.
Илшат Хәлил улы 1968 йылда сәнғәт донъяһына “Нәркәс” трагедияһын тәҡдим итә. Халыҡ премьераны оҡшата һәм ул тиҙ арала билдәлелек яулай: төрлө фестивалдәрҙә, смотрҙарҙа приздар, маҡтаулы исемдәр ала. Хәҙер ул инде 40 йылдан ашыу сәхнәләрҙән төшмәй, урыҫ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән. “СССР халыҡтары драматургияһы” фестивалендә I дәрәжә дипломға лайыҡ була. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуарында ул яңынан тергеҙелде.
Илшат Хәлил улы – тел ҡәҙерен белгән арҙаҡлы ижадсы, ул уҡыған шиғырҙар һәм сәсмә әҫәрҙәр радионың алтын фондында һаҡлана.