Өфөлә «Инештәрҙән – оҫталыҡҡа» башҡорт инструменталь музыкаһын башҡарыусылар конкурсы уҙҙы

Өфөлә «Инештәрҙән – оҫталыҡҡа» башҡорт инструменталь музыкаһын башҡарыусылар конкурсы уҙҙы

«Инештәрҙән – оҫталыҡҡа» башҡорт инструменталь музыкаһын башҡарыусылар араһындағы асыҡ ҡала конкурсы 8 апрелдә Ф. Камаев исемендәге 2-се балалар сәнғәт мәктәбенең концерт залында үтте. Унда Өфө, Октябрьский, Күмертау, Салауат ҡалаларынан, Иглин, Шишмә, Илеш, Бәләбәй һәм Бишбүләк райондарынан 120-нән ашыу ҡатнашыусы сығыш яһаны.

«Конкурс музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙы – балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре уҡыусыларын һәм уҡытыусыларын, урта махсус һәм юғары мәҙәниәт һәм сәнғәт уҡыу йорттары студенттарын йыйҙы, - ти ойоштороусылар. - Беҙ конкурс лауреаттарын һәм дипломанттарын ҡотлайбыҙ һәм уҡытыусыларға конкурсанттарҙы әҙерләгәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Артабан да ижади уңыштар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, сағыу тәьҫораттар һәм ҙур еңеүҙәр теләйбеҙ!».

Конкурсанттарҙың оҫталығын Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы Валентина Старикова, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика хәйриә программаһы етәксеһе, Урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы Диана Латипова баһаланы. Рәйесе - сәнғәт фәне кандидаты, А.Г. Шнитке исемендәге Мәскәү музыка институты профессоры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рөстәм Шәйхетдинов.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Гран-при бер тауыштан Салауат музыка колледжы студенты Арсен Мкртумянға бирелде.

Сара Рәсәйҙә Педагог һәм остаз йылына һәм Өфө ҡалаһының 450 йыллығына арналды.

Өфөлә «Инештәрҙән – оҫталыҡҡа» башҡорт инструменталь музыкаһын башҡарыусылар конкурсы уҙҙы
Өфөлә «Инештәрҙән – оҫталыҡҡа» башҡорт инструменталь музыкаһын башҡарыусылар конкурсы уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb