Өфөлә «Иҙел» башҡорт һәм татар йыры фестивале үтә

Өфөлә «Иҙел» башҡорт һәм татар йыры фестивале үтә

16 һәм 17 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында  Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы уҙғарыла.

Фестивалдең географияһы йылдан-йыл киңәйә,   быйыл Башҡортостандан, Татарстандан, Мәскәү, Ульяновск, Һарытау, Волгоград, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Ҡырым Республикаһынан һәм хатта Ҡытайҙан ҡатнашыусылар йыйыласаҡ.

Быйылғы фестивалдә 36 йырсы ҡатнаша, улар араһында ике коллектив бар. Конкурстың икенсе этабында килгән аудио һәм видеоматериалдар йомғаҡтары буйынса ғаризаларҙы ситтән тороп һайлау туры була. Өсөнсө этап 16 ноябргә билдәләнгән.

17 ноябрҙәге гала-концертта быйылғы лауреаттар, конкурстың жюри ағзалары, шулай уҡ «Иҙел» фестиваленең уҙған йылдарҙағы лауреаттары ҡатнаша. Конкурстың абруйлы ҡунаҡтары араһында: Иҙрис Ғәзиев, Флүрә Килдейәрова, Зилә Сөнәғәтуллина, Илһам Вәлиев, Зилиә Бәхтиева, Рәфис һәм Алмас Сирусиндар, Нурзидә Абизова.

Конкурста профессиональ йәш башҡарыусылар ҡатнаша. Артистар түбәндәге номинацияларҙа сығыш яһай: башҡорт халыҡ һәм эстрада йыры, татарса йыр өсөн дә шулай, «Автор-башҡарыусы», «Вокаль ансамбле», «Академик йыр». Ике йыл элек махсус булдырылған балалар номинацияһы ҙур популярлыҡ менән файҙалана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb