Өфөлә “Иҙел” VIII Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы тамамланды

Өфөлә “Иҙел” VIII Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы тамамланды

Өфөлә “Иҙел” VIII Халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы үткәрелде.

Концертта Башҡортостан менән Татарстандан ғына түгел, ә Мәскәү ҡалаһынан, Волгоград, Һарытау, Ульяновск өлкәләренән килгән сәнғәт оҫталары ла ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларҙы Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина һәм республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев тәбрикләне. Улар конкурсты ойоштороусыларға Дәүләт Думаһының Милләттәр эше буйынса комитетының һәм Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Гала-концертта “Иҙел”фестиваленең 33 лауреаты ҡатнашты. Жюриға Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле артистары Иҙрис Ғәзиев, Зилә Сөнәғәтуллина, Илһам Вәлиев, Наилә Фәтихова һәм башҡалар инде. Нух Ҡотоев, Айрат Баязитов (Башҡортостан), Алина Әсмәтуллова (Ульяновск), Руслана Шәрипова (Волгоград) лауреаттар исемен яҡланы.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb