Өфөлә «Йыл ғаиләһе» фильмы төшөрөлә

Өфөлә «Йыл ғаиләһе» фильмы төшөрөлә

Режиссер Айнур Асҡаров Өфөлә «Йыл ғаиләһе» фильмын төшөрә башланы. Фильмдың башы Әбйәлил районында төшөргәндәр, хәҙер был эш Өфөлә дауам итә.

Яңы кинокартина тәүҙә ул танылыу яулаған «Өфөнән һөйөү менән» фильмының дауамы итеп билдәләнгәйне. «Йыл ғаиләһе» һары «Рафик»та еңеү һәм 5 миллион һум отоу өсөн «Йыл ғаиләһе» конкурсына китеп барған Рәхмәтуллиндар ғаиләһе тураһында бәйән итә. Был аҡса уларға ипотека бурысын ҡаплау өсөн кәрәк.  

Фильмдың яртыһы төшөрөлгән дә инде, тағы яртыһын, өйҙәге күренештәрҙе төшөрөргә кәрәк. Бер аҙна буйына кинокоманда «Башҡортостан» дәүләт концерт залында эшләйҙәр.

Фильмды 2021 йылдың март-апрель айҙарында сығарыу планлаштырыла.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb