Өфөлә йылдағыса граффити конкурсы үтте

Өфөлә йылдағыса граффити конкурсы үтте

Ошо көндәрҙә йыл һайын үткәрелеп килгән граффити конкурсының еңеүселәре билдәләнде. Уны Өфө ҡалаһы торлаҡ хужалығы идаралығы Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм идара ойошмалары менән берлектә үткәрә.

Конкурс Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Илдәге эпидемиологик хәлгә ярашлы быйыл конкурстың форматы үҙгәртелде. Элек конкурс финалистары бер майҙансыҡта ярыша һәм эштәрҙе үҙ күҙҙәре менән күреп баһалай ала ине. Быйыл иһә һәр кем айырым эшләне. 6-8 июлдә ҡатнашыусылар Өфөнөң 8 майҙанында конкурс эштәрен башҡарҙы. Майҙансыҡтар «Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә һайлап алынды.

9 июлдә комиссия баһалары буйынса еңеүселәр билдәләнде:

1 урын – Артур Музипов, Архитектура урамы, 18 йорттағы граффити өсөн;

2 урын – Аделия Әхмәрова, Мөбәрәков урамы, 10/1 йорт янындағы трансформатор подстанцияһы стенаһындағы эше өсөн;

3 урын – Вадим Хәсәнов, Ульяновтар урамы, 39 йорт янындағы трансформатор подстанцияһы стенаһындағы эше өсөн.

Еңеүселәрҙе тәбрикләү Октябрь проспекты, 6/2 йорто ихатаһында үтте. Бүләкләү тантанаһында Өфө ҡалаһы торлаҡ хужалығы идаралығы директоры урынбаҫары Рәис Йомадилов һәм 2007 йылда конкурсты ойоштороусыларҙың береһе Альберт Зиннәтуллин ҡатнашты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb