Бөгөн Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында билдәле шағир, тәржемәсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Нәжиб Иҙелбайҙың тыуыуына 110 йылға арналған “Яуҙарҙа сыныҡҡан йырсы-шағир” исемле батырлыҡ дәресе үтте.
Лекция-концерт форматында ойошторолған был сарала Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһының (директоры - Ғайсин Илһам Зиннур улы) 8А класс уҡыусылары (етәкселәре - башҡорт теле уҡытыуыһы Гөлзифа Фәнил ҡыҙы Зәкиева), шулай уҡ һәүәҫкәр йырсы, халыҡ-ара, Рәсәй, республика кимәлендәге бик күп конкурстар лауреаты, Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Селтәр” студияһы ағзаһы, атаһы Бөйөк Ватан һуғышының яу юлдары аша үткән Гөлгөнә Рәхимйән ҡыҙы Ырыҫҡолова ҡатнашты.
Йәш быуында илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиләүҙе маҡсат итеп ҡуйылған батырлыҡ дәресендә уҡыусыларға Нәжиб Иҙелбайҙың ижады һәм биографияһы тураһында тулы мәғлүмәт бирелде.
Нәжиб Сафа улы Иҙелбаев 1912 йылдың 12 мартында хәҙерге Баймаҡ районы Иҙелбай ауылында тыуған. Ул республиканың әҙәбиәт һәм мәҙәниәт донъяһында, иң беренсе сиратта, популяр йыр текстары авторы, йырсы-шағир, шулай уҡ драматургия өлкәһендә күп кенә пьесалар авторы һәм талантлы тәржемәсе булараҡ билдәле. Уның тарафынан рус һәм сит ил яҙыусыларының 200-ҙән ашыу әҫәре башҡортсаға тәржемә ителгән. Нәжиб Иҙелбай Тимофей Аксаковтың “Ал сәскә” әкиәтен, Сыңғыҙ Айтматовтың “Йәмилә” повесын, Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» тарихи романын, Николай Островскийҙың «Дауылда тыуғандар» повесын, Аркадий Гайдарҙың «Мәктәп» әҫәрен, Мөхтәр Ауэзовтың «Абай юлы» эпопеяһын һәм башҡа бик күп әҫәрҙәрҙе башҡортсаға тәржемә иткән.
Шағир Бөйөк Ватан һуғышында ул 3 йыл ҡатнашып, яраланыу ала.
Нәжиб Иҙелбайҙың «Күк шинель» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1947 йылда донъя күрә. «Ел, ерәнем!», «Йырым һиңә булһын», «Еңеү иртәһе» исемле китаптарына ингән шиғри әҫәрҙәрендә йырсы-шағир тыуған ерен, Башҡортостанды данлай, туған халҡына сикһеҙ һөйөүен еткерә.
Сарала ҡатнашыусыларға Гөлгөнә Ырыҫҡолова Нәжиб Иҙелбай һүҙҙәренә яҙылған “Ел, ерәнем” (З.Исмәғилев көйө), “Сирен сәскәләре” (Р.Сәлмәнов көйө), “Тыуған ауылым” (Х.Әхмәтов көйө) йырҙарын бүләк итте.
Батырлыҡ дәресендә шулай уҡ, 112-се Башҡорт атлы дивизияһының һуғышҡа оҙатылыуына 80 йыл тулыу айҡанлы, был данлы дивизияның тарихи яу юлы тураһында ла йәнле һөйләшеү ойошторолоп, сара Заһир Исмәғилевтың Ҡадир Даян һүҙҙәренә яҙылған “Шайморатов генерал” йырын бергәләп йырлау менән тамамланды.