Өфө ҡалаһында асыҡ һауала китап уҡыу сараһын бер нисә йыл ойоштороп киләләр. Китап уҡыу урындары башҡаланың “Ҡашҡаҙан”, “1 май”, Аксаков исемендәге һәм Дим биҫтәһе парктарында эшләйәсәк. Китапханалар һәр көн сәғәт 12-нән киске етегә тиклем эшләйәсәк, тип хәбәр итә сара ойоштороусылар.
Махсус урындарҙа китап уҡыуҙан тыш, викториналарҙа, төрлө уйындарҙа ҡатнашырға мөмкин буласаҡ.