Өфөлә «Йәйләү» художестволы кейеҙ фестиваль-конкурсы асыла

Өфөлә «Йәйләү» художестволы кейеҙ фестиваль-конкурсы асыла
20 сентябрҙә Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында «Йәйләү» республика художестволы кейеҙ фестиваль-конкурсы асыла. Проект биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең халыҡ традицияларын тергеҙеүгә һәм һаҡлауға йүнәлтелгән.
 
Быйыл фестивалгә ҡалаларҙан 40-тан ашыу ғариза килгән. Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Учалы, Белорет, Сибай, Салауат, Күмертау ҡалалары, Ейәнсура, Иглин, Кушнаренко, Краснокама, Дүртөйлө, Шишмә, Илеш, Бишбүләк райондары, Силәбе өлкәһе һәм Ҡырғыҙстан Республикаһы.
 
«Беҙ 70-тән ашыу ижади эш, шул иҫәптән панно, костюмдар, костюмдарға аксессуарҙар алдыҡ. Оҫталар заманса кейеҙ баҫыу алымдары файҙаланған, шул уҡ ваҡытта традицион алымдар ҙа онотолмаған. 2002 йылда Республика халыҡ ижады үҙәгенең “Урал” галереяһы тарафынан ойошторолған «Аҡ кейеҙгә баҫып...» республика фольклор-хеҙмәт байрамы мөһим һәм көнүҙәк тип табылды. Үҫешеүгә йүнәлеш алып, проект бөгөн яңы ижади асыштар, техник яңылыҡтар, сағыу исемдәр менән ҡыуандыра» - тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһы мөдире Кәримә Кайдалова.
 
Күргәҙмә сәғәт 4-тә асыла. Шул уҡ көндә жюри эшләйәсәк, уның рәйесе - М.Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ ҡарамағындағы Рәсәйҙәге тәүге “Кейеҙ үҙәге”нә нигеҙ һалыусы Тәлғәт Мәсәлимов.
 
Конкурс-фестивалде асыу программаһының сағыу өлөшө – кейеҙ костюмдарҙа дефиле. Шулай уҡ үҙ эшен - “Дала көйө” кейеҙ костюмдар коллекцияһын – Ейәнсура районының йәш рәссамдары тәҡдим итәсәк.
 
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проекттың беренсе (һайлап алыу) туры 2022 йылдың июленән авгусына тиклем республиканың ҡала округтарында һәм муниципаль райондарында уҙғарылды.
 
Фестиваль-конкурстың ойоштороусылары - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb