М.Ғафури сисемендәге Башҡорт академия драма театрының фойеһында йәш рәссам Нажиә Заһитованың шәхси күргәҙмәһе асылды.
Нажиә Заһитова сығышы менән Силәбе өлкәһенән, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәй. Ҡ.Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатын, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған.
«Рәсәй рәссамдары союзы» Бөтә Рәсәй ижади ижтимағи ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе ағзаһы. Республика һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы.
Нажиә Заһитованың күргәҙмәһе декабрь аҙағына тиклем барасаҡ.