Өфөлә “Йәш таланттар” бейеү фестивале уҙҙы. Бәйге бөтә донъя сәхнәләрен шаулатҡан бөйөк балет артисы ул Рудольф Нуреев иҫтәлегенә арналды. Бөйөк шәхестең исемен йөрөткән колледжда студенттар үҙҙәренең бейеү оҫталығын күрһәтте.
Ике сәғәт эсендә тамашасылар Вена вальсы, төрлө вариациялағы балет, донъя халыҡтарҙы бейеүҙәре шаһиты булды.
Академик концерттан фестиваль уҙғарыу ата-әсәләрҙең инициативаһы булған. Конкурс булғанда - профессиональ яҡтан үҫеш тә була. Студенттар үҙ-ара көс һынашып, хәрәкәттәрен шымартыу өҫтөндә лә әүҙемерәк шөғөлләнә башлаған.
Еңеүселәргә баш ҡала, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә лә сығыш яһау бәхете эләгә.