Өфөлә йәш яҙыусыларҙың «Йәштәр тауышы» әҙәби фестивале уҙғарыла

Өфөлә йәш яҙыусыларҙың «Йәштәр тауышы» әҙәби фестивале уҙғарыла

17 ноябрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә йәш яҙыусыларҙың «Йәштәр тауышы» әҙәби фестивале уҙғарыла.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте тарафынан нәшер ителгән «Йәштәр тауышы» китаптар серияһы 2004 йылда барлыҡҡа килә. Йыл да йәш шағир һәм яҙыусыларҙың ижад емештәре китап итеп баҫтырылып, уҡыусылар хөкөмөнә сығарыла.

2016 һәм 2017 йылда «Китап» нәшриәтендә ошо проект һөҙөмтәһендә яҙыусыларҙың башҡорт, рус һәм татар телдәрендә ун китабы донъя күрҙе. Бына улар: Шәүрә Туйсина («Күңел баҡсам»), Зөһрә Сафина («Йондоҙҙарҙан сиктем ҡулъяулыҡ»), Ләйсән Мараҡанова («Күк сәскәләр»), Гөлиә Гәрәева («Бәхетлесеңме, дип сорама»), Артур Дарра («Когда я стану солнцем»), Эвита Гайнет («Моя ли жизнь?...»), Нурлан Ғәниев («Бер мизгел нибары»), Рәзинә Зәйнетдинова («Килен шәле»), Зөлфиә Сәлихова («Атай абруйы»), Таңсулпан Рәсүл («Атай, һине күрҙем...»).

Фестивалдә тамашасыларҙы «Йәштәр тауышы» серияһында баҫылған йыйынтыҡ авторҙары — йәш яҙыусылар һәм шағирҙар менән осрашыу, шулай уҡ китаптарҙың исем туйы көтә. Бынан тыш, байрам программаһында башҡорт эстрадаһы артистарының сығыштары ҡаралған.

«Китап» нәшриәтендә донъя күргән иң яҡшы китаптар күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.
Сара нәшриәттең тамашасылар залында сәғәт иртәнге 11-ҙә башлана. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb