Өфөлә «Йәшлек шоу - 2018» фестиваленең Гала-концерты үтә

Өфөлә  «Йәшлек шоу - 2018» фестиваленең Гала-концерты үтә

Иртәгә, 8 декабрҙә Өфөлә «Йәшлек шоу – 2018» » фестиваленең Гала-концерты үтә.

Уҙып барған йылдың иң сағыу проекттарының береһе ул «Йәшлек шоу – 2018». Быйыл конкурс 26- сы тапҡыр ойошторола.

Ике тур һөҙөмтәләре буйынса жюри иң яҡшы йырсыларҙы билдәләне.

Беренсе турҙа дәғүәсәләр ғаризаларҙы ойоштороу комитетының электрон почтаһына ебәрҙе һәм сығыштар ситтән тороп баһаланды. 100-гә яҡын ҡатнашыусы араһынан 27 йырсы һайлап алынды.

Бәйге һөҙөмтәләре буйынса «Йәшлек-шоу - 2018» фетиваленең финалына сығыусылар исемлеге: Зөбәржәт Юнысбаева (Баймаҡ район), Айгиз Ишмурзин ( Баймаҡ ҡалаһы), Зәлифә Йәһүҙина (Әбйәлили районы), Азат Рамазанов (Архангель районы), Диана Шигапова (Өфө ҡалаһы), Риф Рысбаев (Бөрйән районы), Ләйсән Хәлиуллина (Иглин районы), Ғәзиз Әхмәтов (Баймаҡ ҡалаһы), «Малай-шалай» төркөмө(Өфө) и Әҙилә Килова (Силәбе өлкәһе).

Шулай уҡ сәхнәлә билдәле йондоҙҙар ҙа сығыш яһаясаҡ: RNT, МС Баш, Рәил Өмөтбаев, Ян Лира, Ильнур Рамазанов, Nail BashStyle, «Бәхетле», Радмир Хәсәнов, Гәлсәр Байғусҡарова, Хәлимов Риян, Лилиә Даутова, Рәфис Ишбай, Ильяс Киньйәғолов.

Мәскәүҙән махсус ҡунаҡ - «Заман» коллективының килеүе көтөлә. Төркөм world music жанрында эшләй, йырҙар башҡорт, рус, инглиз һәм ҡаҙаҡ телендә башҡарыла.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йәшлек шоу – 2018» фестиваленең Гала-концерты «Башҡортостан” дәүләт концерт залында 19.00 сәғәттә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb