Өфөлә «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең һайлап алыу тур үтте

Өфөлә «Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең һайлап алыу тур үтте

«Йәшлек шоу-2020. Перезагрузка» бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленең һайлап алыу туры Өфөлә үтте. Уның һөҙөмтәләре буйынса 1 урын – Эльвира Басыроваға, 2 урын – Алиса Йомағәлиеваға һәм 3 урын Камила Мөхәмәҙинаға бирелде.

Шулай уҡ бөгөн баш ҡалабыҙ сәхнәһенә республика буйлап үткән һайлап алыу турҙары еңеүселәре сыға. Йәштәр тағы бер тапҡыр талантын күрһәтеү мөмкинселеген аласаҡ. Һайлап алыу йомғаҡтары буйынса 16 йәш башҡарыусы “Йәшлек шоу – 2020” конкурсының телевизион форматында артабан көс һынашасаҡ. Тамашасылар телетапшырыуҙарҙы декабрҙә ҡарай ала. Шулай уҡ улар тауыш биреп, оҡшаған йырсыны һайлай ала. Еңеүселәрҙең исемдәре яңы йыл алдынан тура эфирҙа билдәләнәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb