Өфөлә «Йәшлек-шоу» йәш башҡарыусылар фестивале уҙа

Өфөлә «Йәшлек-шоу» йәш башҡарыусылар фестивале уҙа

«Йәшлек-шоу» республика фестивале йәш йырсыларҙы бәйгелә ҡатнашырға саҡыра, әлеге ваҡытта ғаризалар ҡабул итеү башланды.

«Йәшлек-шоу» финалына эстраданың иң яҡшы вәкилдәре сыға, ә уларҙың береһен социаль селтәрҙә тауыш биреү юлы менән тамашасылар һайлап ала. Гала-концерт 8 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була.

Конкурс, ғәҙәттәгесә, «Иң яҡшы текст авторы», «Йыл йырсыһы», «Йыл асышы», «Йыл аранжировкалаусыһы», «Йыл проекты», «Виртуаль йондоҙ», «Йыл клибы» һәм «Йыл йыры» номинацияларында уҙа.

Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8-927-333-17-17. Конкурстың положениеһын һылтанма буйынса  күсереп алырға мөмкин.

Йыл һайын Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған сара Башҡортостандың күп милләтле йәштәрен рухи-әхлаҡи һәм ватансылыҡ рухында тәрбиәләү, уларҙың ижади кимәлен күтәреү маҡсатында уҙғарыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb